Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь 2025, 07:00

"Мин юҡ, мине эҙләмәгеҙ!"

Өфөнән элекке хәрби прокурор закон алдында яуап биреүҙән ҡасып, сит илгә тайған да, шунан үҙенең үлем таныҡлығын ебәргән.

"Мин юҡ, мине эҙләмәгеҙ!""Мин юҡ, мине эҙләмәгеҙ!"
"Мин юҡ, мине эҙләмәгеҙ!"

Төбәктә элекке хәрби прокурорҙы ришүәт өсөн 12 йылға хөкөм иттеләр

2011 йылдан 2014 йылға тиклем ул Өфө фатирҙарҙы файҙаланыу бүлеге начальнигы һәм адвокат менән бергә күп фатирлы йорттар төҙөү өсөн Оборона министрлығының ерҙәрен тапшырыу схемаһында ҡатнаша.
Ғәйепләү белдерелгәндән һуң ир суд тикшереүҙәре ваҡытында һаҡлыҡ сараһын боҙа һәм Украина территорияһына ҡаса. Шунан үҙенең үлеме тураһында ялған таныҡлыҡ ебәрә, был енәйәт эшен ваҡытлыса туҡтатып тора. Әммә уны һуңынан Ленинград өлкәһендә табалар, һәм тикшереү дауам итә.

Ир үҙенең ғәйебен танымаһа ла, суд уны 10 йылға прокуратура органдарында вазифа биләү хоҡуғынан мәхрүм итә, ришүәттән икеләтә күберәк - 280 миллион һум күләмендә штраф һала, шулай уҡ "юстиция полковнигы" хәрби званиеһынан, "юстиция өлкән советнигы" класс чинынан һәм "СССР Юғары Советының 70 йыллыҡ миҙалы" дәүләт наградаһынан мәхрүм итә.

Был турала Башҡортостан Республикаһы судтарының берләштерелгән матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Фото: стоп-кадр видео / БР судтарының берләштерелгән матбуғат хеҙмәте.

 

 

 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас