Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ноябрь 2025, 08:06

Дропперҙан 2,3 млн

Муттарға үҙенең банк иҫәбен файҙаланырға мөмкинлек биргән дропперҙан бөтә зыянды ҡаплаталар.

Дропперҙан 2,3 млнДропперҙан 2,3 млн
Дропперҙан 2,3 млн

Нефтекамала прокуратура муттар урлаған 2,3 миллион һум аҡсаны суд тәртибендә түләтә.

Нефтекама ҡалаһы прокуратураһы урындағы ҡатын-ҡыҙҙың аҡса урлау тураһында мөрәжәғәтенә тикшереү үткәрә. Билдәле булыуынса, былтыр апрелдә 47 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ ир-егет шылтыратып, сим-картаның ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланыуы һәм уны яңыртыу өсөн код биреү кәрәклеге тураһында хәбәр итә. Уның шәхси мәғлүмәттәренә эйә булғас, енәйәтселәр зыян күреүсене 2,3 миллион һум күләмендә кредит алырға күндерә.

Артабан аҡса Силәбе өлкәһе кешеһенең иҫәбенә күсерелә.

Был факт буйынса тәфтиш органы РФ Енәйәт кодексының 159 статьяһының 4-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғата. Прокуратура схемала ҡатнашыусынан нигеҙһеҙ байыу суммаһын түләтеү тураһында ғариза менән судҡа мөрәжәғәт итә. Суд прокурорҙың талаптарын тулыһынса ҡәнәғәтләндергән. Суд ҡарарының үтәлешен күҙәтеү ведомствоһы контролдә тота.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас