РФ Дәүләт Думаһы депутаты Андрей Макаров Чебурашканы йәһүд тип ҡуйған. Йәнәһе, фильм һәм йәнһүрәттәр персонажы әфлисун тулы йәшниктә килгән. Парламентарий әйтеүенсә, СССР осоронда беҙгә Израиль генә әфлисун һатҡан.
Ә башҡа депутаттар бәхәсләшә башлаған: Советтар Союзына Испаниянан да, Марокконан да цитрустар килгән. Тик, Макаров ныҡ торған: беҙгә Испания ул осорҙа һатмаған, ә Марокконан мандарин ебәрелгән.
Ай, әттәгенәһе! Бюджет тикшергән депутаттарҙың ысынлап шулайтып бәхәсләшеп ултырыуын күреү кәрәк ине!
Чебурашка, имеш... Уны уйлап сығарған яҙыусы Эдуард Успенский яҡшыраҡ белә инде... Милләтен, тим)))
Фото: видеонан скриншот.