

Башҡортостанда көҙгө айҙарҙа һауа температураһының тирбәлеүе күҙәтелә. Төндә термометр бағанаһы -10 градустан түбән төшә, ә көндөҙ һауа +5 градусҡа тиклем йылына.
Башгидромет синоптиктары билдәләүенсә, алдағы бер нисә тәүлектә һауаның иң түбән температура 13 ноябргә ҡаршы төндә аяҙытҡанда көтөлә, ул саҡта -13 градусҡа тиклем һыуыта, һуңынан тағы ла йылыта.
«Фобос» үҙәге белгестәре ныҡлы һалҡындарҙың декабрь башында ғына булыуын фаразлай. Уларҙың мәғлүмәттәре буйынса, 6 һәм 7 декабрҙә көндөҙ -22 градус, ә төндә һауа температураһы -30 градусҡаса түбәнәйәсәк. Иң һыуыҡ төндәр 7 һәм 8 декабрҙә көтөлә: - 30 градус. 8 декабрҙә көндөҙ термометр бағанаһы -17 градус күрһәтәсәк.