Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ноябрь 2025, 14:30

Оҙаҡ йәшәгегеҙ киләме?

104 йәшкә тиклем йәшәгән хируг Федор Угловтың  ҡағиҙәләрен тотоғоҙ.

Оҙаҡ йәшәгегеҙ киләме?Оҙаҡ йәшәгегеҙ киләме?
Оҙаҡ йәшәгегеҙ киләме?

 

Беренсе. Өҫтәл артынан әҙ генә туймайыраҡ торорға.

Икенсе. Киске аш сәғәт 8-ҙән һуңға ҡалырға тейеш түгел һәм ул еңелсә генә булһын. Бер стакан ҡатыҡ йә ойоған һөт эсеү ҙә етә.

Өсөнсө. Эремсек, майһыҙ ит, балыҡ, йәшелсә-емеш һәм витаминдар ашарға.  Күберәк һыу эсергә.

Дүртенсе. Аҡ икмәк менән мауығырға ярамай. Ҡара икмәк тә көнөнә 100 – 150 г етә. Бәлеш, торт, пирожный кеүек тәмле-татлынан баш тартырға.

Бишенсе. Ашағандан һуң  йоҡларға ярамай. Аш өҫтәленән тороу менән эшкә тотоноғоҙ. 

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас