Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ноябрь 2025, 15:37

МХО ветераны милли проектта ҡатнашҡан

Бөрйән районының Байназар ауылынан махсус хәрби операция ветераны Йәлил Алибаков "Агростартап" гранты ярҙамында аҡса алған.

МХО ветераны милли проектта ҡатнашҡанМХО ветераны милли проектта ҡатнашҡан
МХО ветераны милли проектта ҡатнашҡан
Ветеран 6 миллион һум аҡсаны «Һөҙөмтәле һәм дәғүәселекле иҡтисад» милли проекты буйынса үткәрелгән конкурста еңеп алған.
Йәлил Алибаков хәрби хеҙмәттә 16 йыл булған, "ҡайнар нөктә"ләрҙә хеҙмәт иткән, краповый беретҡа лайыҡ булған. МХО башланғас, Шайморатов исемендәге махсус отрядта штурмлау бүлеге менән етәкселек иткән. Яраланғас, демобилизацияланып, госпиталдә дауаланып, тыуған яғына ҡайтҡан. 

Уның бихисап наградаһы бар. Былтыр Бөрйән районы советы депутаты булып та һайланған. Хәҙер ул ауыл хужалығын үҫтереүгә өлөш индерә - грант ярҙамында мал үрсетеү менән шөғөлләнәсәк. Уға уңыштар!
Иҫән-һау булһын ветеран!
Фото һәм сығанаҡ: Контента | Инфоповод
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас