Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ноября 2025, 08:30

"Һәләк булған ирегеҙгә награда"

Ҡатынды 13 миллион һумға алдағандар! Өфөлә йәшәүсе ҡатындың кеҫә телефонына билдәһеҙ кеше шылтыратып, ҡатындың, мәрхүм иренең һәм улының исем-шәрифен атаған. Артабан иренең награда алып өлгөрмәгәнен әйтә һәм уның шәхси мәғлүмәттәрен, шулай уҡ смс аша килгән кодты әйтеп биреүен һорай.

"Һәләк булған ирегеҙгә награда""Һәләк булған ирегеҙгә награда"
"Һәләк булған ирегеҙгә награда"

Бынан һуң уның менән "Дәүләт хеҙмәттәре" финанс бүлеге белгесе, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм банк хеҙмәткәрҙәре бәйләнешкә инә. Муттар мөлкәт тураһында мәғлүмәтте аныҡлай һәм ҡатындың порталдағы шәхси кабинетына енәйәтселәрҙең инеүен белдерә, ҡушымта урынлаштырыуҙы һорай. Артабан документ ебәрәләр, ул ҡатындың иҫәбенән дошмандарҙың дәүләтенә аҡса күсергәнен раҫлай. Енәйәтселәр банк иҫәптәре тураһында мәғлүмәт биреүҙе, аҡсаны иҫәптән алыуҙы һәм икенсе иҫәпкә күсереүҙе талап итә.

Енәйәтселәр, әгәр финанс учреждениеһында һорауҙар тыуһа, ул фатир һәм автомобиль һатып алыу өсөн шул сумма кәрәк, тип яуап бирергә тейеш, тигән легенда уйлап сығарған.

Ҡатын аҡсаны алғандан һуң, мутлашыусылар ир кешенең аҡсаны алырға килеүе тураһында иҫкәртә һәм код һүҙен уйлап сығарыуҙы һорай. Ҡатын, муттар менән аралашыуын һиҙмәйенсә, аҡса ятҡан рюкзакты билдәһеҙ кешегә тапшыра. Муттар тағы бер нисә көн дауамында зыян күреүсе менән аралаша, уның ата-әсәһенең аҡсаһы хаҡында белешә һәм тентеүҙәр үткәрелеүе тураһында иҫкәртә. Әммә һуңынан енәйәтселәр бөтә яҙышыуҙарҙы юйҙыра.

Ҡатын мутлашыусыларҙың ҡулына эләгеүен аңлағас, полицияға мөрәжәғәт итергә ашыға.

Был факт буйынса РФ Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 4-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, тип яҙа Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте.

Полиция хеҙмәткәрҙәре граждандарға таныш булмаған кешеләр менән, айырыуса телефон аша һөйләшкәндә, һаҡ булырға кәңәш итә. Банк иҫәбе һәм вкладтар тураһында мәғлүмәтте сит кешеләргә еткермәҫкә, шулай уҡ ят кешеләрҙең талабы буйынса билдәһеҙ иҫәптәргә аҡса күсерергә ярамай.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас