Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ноябрь 2025, 12:30

Ишбирҙелә — "Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?" уйыны

Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылы биләмәһенә ҡараған ауылдар араһында "Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?" интеллектуаль уйыны үткәрелде.

Ишбирҙелә — "Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?" уйыныИшбирҙелә — "Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?" уйыны
Ишбирҙелә — "Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?" уйыны

 Унда Ишбирҙе, Йылым һәм Бөрйән-Йылға ауылдары ҡатнашты. Һорауҙарҙың күбеһе башҡорт әҙәбиәте, тыуған яғыбыҙҙың тәбиғәте һәм тарихы менән бәйле ине. Уйынды рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Динә Хәкимйән ҡыҙы Юнысова менән  Ишбирҙе ауылы китапханасыһы Гөлфиә Мәһәҙи ҡыҙы Тләүсина алып барҙы. Шулай уҡ концерт һәм ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо, Ләлә апай Иҙелбаева үҙенең тәмле сәйҙәре менән һыйланы. Уйындың эстафетаһы Сәйғәфәрҙәргә тапшырылды, киләсәктә лә ошолай осрашып торорға яҙһын.

Ауыл клубы сайтынан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас