

Красногорскиҙа бала шартлатҡыс ҡуйылған аҡса пакетын күтәрә. 9 йәшлек Глеб Б. Пионер урамы буйлап йөрөгәндә, аҡса һалынған пакетҡа тап була. Малай уны асыу менән шартлау ишетелә. Һөҙөмтәлә баланың бер нисә бармағы өҙөлә. Уны ашығыс рәүештә дауаханаға оҙаталар.
Ваҡиға урынында эске көс структуралары эшләй. ВСУ-ның бәләкәй тоҙаҡ миналары Донбаста 2014 йылдан бирле ҡулланыла. Миналарҙы кеҫә телефонына, аҡса пакеты һәм хатта уйынсыҡтарға ҡуйып, төрлө ергә ташлап китәләр.