Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ноябрь 2025, 06:20

Ямғыр ғәйеплеме икән?

Бер ауыл халҡын 20 йыл буйына ер убылып аптырата.

Ямғыр ғәйеплеме икән?Ямғыр ғәйеплеме икән?
Ямғыр ғәйеплеме икән?

Иглин районының Шаҡша ауылындағы бер урамда ер убылған. Был турала «Вести» (фото - шунан) хәбәр итә.

Халыҡ өйҙәренә инә йә сыға алмай йонсой. Ни медицина ярҙамы, ни янғын һүндереүселәр килә алмай.

20 йыл буйына шулай икән бында. 2006 йылда ауыл халҡы юлды эшләп маташҡан да, хәҙер инде улар ҙа ҡартайған, тип яҙалар.

Эш шунда: район хакимиәте белгестәре тикшергән һәм, юл япмаһының боҙолоуы ямғыр күп яуыуҙан, тип ҡуйған.

Әммә тиҙҙән юлды тәртипкә килтерәсәктәр.

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас