

Бөгөн Радий Хәбиров йыллыҡ Тура бәйләнештә халыҡтың һорауҙарына яуап бирәсәк.
БР Башлығы социаль селтәрҙә яҙма ҡуйған:
"Йыл аҙағында йола буйынса Тура бәйләнеш үткәрәм. Республикабыҙ халҡын борсоған мәсьәләлр буйынса фекер алышабыҙ. Минеңсә, аралашыуҙың ошондай форматы - беҙҙең дөрөҫ юлдамы-түгелме икәнде баһалау, кәрәкһә, көйләү өсөн һөҙөмтәле инструмент. Бик күп мөрәжәғәт килгәнен беләм. Барыһы ла ла яуап биреп өлгөрмәһәм дә, беҙҙең команда һәр һорауҙы эшкәртәсәк. Бөгөн киске сәғәт 7-лә осрашырбыҙ", - тигән етәксе.
Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.