

Акция халыҡтың иғтибарын ҡурҡыныс ауырыуҙарҙы мөмкин тиклем иртәрәк асыҡлау мәсьәләһенә йүнәлтелгән. Медицина белгестәре бөтә кәрәкле диагностикалау процедураларын үткәреүҙе ойоштора, шул иҫәптән ҡан анализы, электрокардиограмма, филюорография һ.б.
Акция шәкәр диабеты, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары, яман шеш кеүек етди ауырыуҙарҙы асыҡлауға йүнәлтелә.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әлеге көнгә республиканың 1,4 млн кешеһе диспансерлаштырыу үткән.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.