

Ҡаланың Ленин майҙаны һәм уға яҡын Беренсе Май урамы төҙөкләндерелгән. «Тормош өсөн инфраструктура» милли проектына ярашлы яңыртлыған биләмәгә бик матур исем дә бирелгән - «Өн аралаш ете төш» («Семь сновидений сквозь явь»). Бында велоюл да, төрлө сығыш өсөн майҙансыҡ та, арт-объекттар ҙа бар. Аллеяға ингән урында ҡаланың исеме лә яҙылған. Йәйәүле юлдары, балалар уйын зонаһы, эскәмйәләр эшләнгән.
Халыҡ был урынды бик яратыр, тип өмөтләнәләр хакимиәттә. Әлбиттә! Һәр матур ер - кешеләр өсөн! Уны һаҡларға, тәртиптә тоторға ғына кәрәк.
ФОто: Национальные проекты РФ