

Радий Хәбиров мәсьәләне район башлығы менән тикшерергә вәғәҙә бирҙе. Әгәр урындағы халыҡ риза икән, паркты төҙөкләндереү, бәлки, уңайлы мөхит булдырыу федераль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла алыр, тине ул. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы, махсус хәрби операция тамамланғандан һуң Өфөлә махсус хәрби операция геройҙарына һәйкәл ҡуйыу планлаштырыла, скульпторы Салауат Щербаков буласаҡ, урын билдәләнгән, тип һөйләне.
Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.