

Инцидент Салауат һәм Ишембай райондарында теркәлгән, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең төбәк буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Салауаттан бер егет заказсы менән интернетта яҙыша һәм аҡсаға күсмә элемтә вышкаларын яндырырға, шулай уҡ мәғлүмәттәр тапшырыуҙы тәьмин иткән оптик сүс кабеленә зыян килтерергә ризалаша. Куратор диверсияның ниндәй урындарҙа үткәрелергә тейешлеген әйтә һәм видеоотчет талап итә. Егет заказды үтәүгә танышын йәлеп итә, ә ул - тағы ла алты танышын. Бөтә төркөм диверсия яһарға маташыу мәлендә тотола.
Был факт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото һәм видео: https://web.telegram.org/a/#-1001508868805