

«Шаман» Салауат районынан алғы һыҙыҡҡа юлланған. Ул сығышы менән – Тажикстандан. Башҡортостанға 90-сы йылдарҙа туғандарына ҡунаҡҡа килә лә, ошонда төпләнеп ҡала. Оҙаҡ йылдар төҙөлөштә эшләй. Һуңынан «Янғантау» шифаханаһында ун йылға яҡын ашнаҡсы булып, ял итеүселәрҙе тәмле ризыҡтары менән һыйлай.
«Башҡортостан миңә шунда уҡ оҡшаны. Республикала тыныс, эшһөйәр халыҡ йәшәй. Тәбиғәт бик оҡшай. Айырыуса Йүрүҙән йылғаһында балыҡ тоторға яратам», — ти «Шаман».
Башҡортостанда ир мөхәббәтен таба, өйләнә, атай була.
2023 йылда ул илдең Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, яңы ғына ойошторолған Башҡортостан мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итергә ҡарар итә. 2024 йылдың яҙында старшина Торское ауылы янындағы штурмлау операцияларында ҡатнаша. Батырлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә.
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы – күп милли составлы уникаль хәрби берләшмә. «Халыҡтар берҙәмлеге» төшөнсәһе бында айырым мәғәнәгә эйә. Полкта иңгә-иң терәшеп, ҙур илебеҙҙең төрлө милләт вәкилдәре хеҙмәт итә. Дүрт быуат элекке кеүек үк, халҡыбыҙ йәнә дөйөм хәүефкә ҡаршы берләште. Төрлө милләт һәм дин кешеләре үҙҙәренең хәрби хеҙмәте менән Еңеүҙе яҡынайта», — ти «Шаман».
Ысынлап та, бөгөн фронтта берҙәмлектең дөйөм көс икәнен һәр кем аңлай. Тик берҙәм булғанда ғына еңәсәкбеҙ!
Рафиҡ ӘХМӘТШИН.