

Башҡортостан Башлығы менән тура бәйләнештә кешеләр шәхси үтенес менән дә мөрәжәғәт итте. Мәҫәлән, ошо көндәрҙә ире менән алтын туйҙарын билдәләгән 73 йәшлек Әлмира Ғәббәсова Радий Хәбировтан уларҙы ҡотлауын һораны.
- Алтын туйығыҙ менән ҡотлайым! Бәхетле кешеләр шундай оҙон матур ғүмер кисерә. Был ғаиләгә иң изге теләктәрем! - тине Радий Хәбиров.
Фото: БР Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.