

Һөйөү алып килгән ул яҙҙарым
Татлы хистәр насип итмәне,
Йөрәк түрҙәрендә йөрөтһәм дә,
Һин һайланың башҡа кешене.
Ә мин күндем... Мин ниңәлер күндем.
Ваҡыт баҫты йөрәк яраһын.
Һинең моңһоу күҙҙәреңде эҙләп
Башҡаларҙа таптым дауаһын.
Бәхет булманы тип зарланмайым,
Бәхетлемен, барына шөкөр,
Әммә шул хатаһыҙ үтһә икән
Бер генә бирелгән был ғүмер.
Эх, ҡайтаһы ине бер әйләнеп
Шул юлдарҙан тормош яҙына,
Күпме йылдар һинһеҙ, ә мин һаман
Һинең күҙҙәреңде һағынам.
#ГүзәлиәИшмурзина-Хәкимьянова