Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ноябрь 2025, 05:10

Ҡыш Бабай ҡасан килә?

Рәсәйҙә Ҡыш Бабайҙың ил буйлап сәфәргә сығыуына әҙерләнәләр. Әле Владивостокта шау-гөр киләләр: тиҙҙән - юлға!

Ҡыш Бабай ҡасан килә?Ҡыш Бабай ҡасан килә?
Ҡыш Бабай ҡасан килә?

РЖД-ның матбуғат хеҙмәтенән әйтеүҙәренсә, 19 ноябрҙә Ҡыш Бабайҙың тылсымлы поезы Владивостоктан юлға сыға ла, 20 мең саҡрымлап юл үтеп, Яңы йылды Ивановола ҡаршылап, 2 һәм 3 ғинуарға Мәскәүҙә тороп, Раштыуаны Санкт-Петербургта үткәреп, 14 декабрҙә Бөйөк Устюгҡа барып етә.

Ҡыш Бабай, әлбиттә, беҙгә лә килә. Яңы йыл поезы 14 декабрҙә - Өфөлә, 15-ендә Стәрлетамаҡта буласаҡ.

Мөғжизәле осрашыуға әҙерләнә тороғоҙ)))

Фото: РЖД РФ.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас