

- Видеола инә сусҡа бәрәстәре менән урманда аҙыҡ эҙләй, - тип аңлатма яҙа парк хеҙмәткәрҙәре. - Өлкән ата ҡабан яңғыҙ йәшәй һәм көтөүгә ноябрь-декабрь айҙарында ғына, ҡарығыу ваҡытында, ҡушыла. Шул саҡта ҡабандар һиҙелерлек әүҙем һәм агрессив булып китә.
Бәләкәстәрҙе нимәлер ҡурҡыта һәм улар елдереп, әсәләрен ҡыуып етә. Улар артынан шул уҡ һуҡмаҡҡа ике оло ҡабан сыға. Бәлки, уларҙың яҡынлашыуын һиҙгәнгә лә, сусҡа бәрәстәре ҡасыу яғын ҡарағандыр. Ҡыш башында ҡыр мырҡылдаҡтарының бер нисә ғаиләһе һыуыҡтарҙы еңелерәк кисереү һәм бергә аҙыҡ табыу өсөн берләшә ала. Һәм көтөү ғәҙәттә ситтәрҙе ҡабул итмәһә лә, яңғыҙ өлкән ата ҡабандар эске тәртипте һәм иерархияны боҙмайынса ҡушыла ала.
Фото һәм видео: https://vk.com/parkbashkiria?from=groups

