Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ноябрь 2025, 06:30

Исеме мәңгеләштерелде

Ҡариҙел районының Абыҙ ауылы мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Дамир Солтановҡа мемориаль таҡтаташ асылды.  

Исеме мәңгеләштерелдеИсеме мәңгеләштерелде
Исеме мәңгеләштерелде

 

Әбүтәлип ауылында, күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән Дамир яҡындары өсөн таяныс һәм өмөт була.

1998 йылдан 2000 йылға тиклем Алыҫ Көнсығышта сик буйы ғәскәрҙәрендә хәрби бурысын үтәй. Әрменән һуң Өфөлә газ тармағында эшләй, ә 2009 йылдан алып үҙенең тормошон Ҡариҙел район мәҙәниәт һарайы менән бәйләй.

«Изге күңелле, ярҙамсыл һәм эшһөйәр егет ине. Һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер булыуы, ул эшкә намыҫлы ҡарауы менән ихтирам һәм хөрмәт яуланы», – тиҙәр уның хаҡында коллегалары.

 2022 йылда Д.Солтанов  махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн мобилизациялана. Ул 41867-се ғәскәри часта хеҙмәт итә. Рядовой Солтанов 2024 йылдың 6 апрелендә хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була.

  Мемориаль таҡтаташ асыу – ул геройҙы иҫкә алыу ғына түгел, ә барыбыҙға ла илдең тыныслыҡ һәм азатлыҡ өсөн түләгән хаҡы тураһында иҫкәртеү. Дамир Солтанов тураһында хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәһен һәм киләсәк быуындар өсөн батырлыҡ һәм фиҙакәрлек өлгөһө булып хеҙмәт итһен.

 

 

Фото: Ҡариҙел районы хакимиәте.

Исеме мәңгеләштерелде
Исеме мәңгеләштерелде
Исеме мәңгеләштерелде
Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас