Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ноябрь 2025, 12:51

Ялған квитанциялар

Мутлашыусылар почта йәшнигенә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн ялған квитанциялар һала: тыштан уларҙың ялған икәне беленмәй, әммә түләү реквизиттары – мутлашыусыларҙың иҫәбе.

Ялған квитанцияларЯлған квитанциялар
Ялған квитанциялар

Шулай уҡ енәйәтселәр куар-кодҡа фишинг һылтанма беркетә. Һылтанма буйынса үтһәгеҙ, һеҙгә онлайн-банкты яңыртырға йәки торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләгәндә ташламанан файҙаланыр өсөн ҡушымта күсереп алырға тәҡдим итәләр. Ошо файлды телефонға күсереп алыуығыҙ була, мутлашыусылар телефонығыҙға инеп, аҡсағыҙҙы урлай ала.

✅ Уларҙан нисек һаҡланырға:

- квитанцияла күрһәтелгән ойошманың реквизиттарын, атамаһын һәм хеҙмәттең үҙен элекке түләүҙәр йәки коммуналь хеҙмәт күрһәтеүсенең сайтындағы мәғлүмәттәр менән сағыштырығыҙ;

- шик тыуған осраҡта идара итеүсе компанияға мөрәжәғәт итеп мәғлүмәтте асыҡлағыҙ;

- интернеттан шикле файлдарҙы күсереп алмағыҙ;

- хеҙмәт өсөн, мәғлүмәтте үҙегеҙ индереп, ГИС ЖКХ, хеҙмәт күрһәтеүсенең йәки идарасы компанияның шәхси кабинеты аша, йәки башҡа уңайлы ысул менән түләгеҙ.

📱 Квитанцияның ялған икәненә төшөнһәгеҙ - полицияға мөрәжәғәт итегеҙ: белгестәр реквизиттар буйынса мутлашыусыларҙы табасаҡ. Мутлашыусылар тураһында башҡа торлаҡ хужаларын иҫкәртеү маҡсатында йорт чатында һәм идарасы компанияға хәбәр итегеҙ.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас