

Әле бөтә төр бензинға ла хаҡты 20 тингә күтәргәндәр. Хәҙер иң популяр АИ-92 бензинының бер литры 58,9 һумға төшә, АTUM-92 — 60,2 һум, АИ-95 бензины – 62,7 һум, ATUM-95 — 63,95 һум.
АИ-100 бензины иһә 50 тингә артып, 83,65 һум булған. Дизель яғыулығы ла шул тиклем үк артҡан һәм 72,4 һум булған.
Йыл башынан алып “Башнефть” хаҡтарҙы 25-се тапҡыр күтәрҙе.
Фото:Башинформ.