

Уны әҙерләү өсөн 50 г шыйыҡ бал, 500 г башлы һуған, 1 л таҙа һыу, 500 г шәкәр алына. Һуғанды таҙартып ваҡларға. Кәстрүлгә һыу ҡойоп, шәкәр менән һуғанды һалып, 3 сәғәт талғын утта ҡайнатырға. Уттан алғас, бер аҙ һыуынығанын көтөп, бал өҫтәргә. Әҙер төнәтмәне банкаға ҡойоп, ҡапҡас менән ныҡ итеп ябырға һәм ашағандан һуң көнөнә 5 – 6 ҡалаҡ эсергә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.