Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Ноябрь 2025, 16:30

Быуындарығыҙ һыҙлаһа

Мотлаҡ ауыртыуҙы баҫырға ярҙам итеүсе көслө дарыуҙар ҡулланырға тимәгән.  Ауыртҡан урынға компресс ябыу йә май һөртөү ҙә ҡайһы бер осраҡта  яҡшы ярҙам итә.

Быуындарығыҙ һыҙлаһаБыуындарығыҙ һыҙлаһа
Быуындарығыҙ һыҙлаһа

     *  Бер ҡалаҡ балға бер ҡалаҡ тоҙ ҡушып, яҡшы итеп бутарға.   Ошо ҡатнашманы етен йә кизе-мамыҡ туҡымаға һалып, ауыртҡан урынға ябырға һәм йылы итеп уратып ҡуйырға.   Компресты ауыртыу баҫылғанға тиклем көн һайын төнгөлөккә эшләргә кәңәш ителә. 

     * 200 г һарымһаҡҡа 500 г мүк еләге ҡушып, ит үткәргес аша үткәрергә һәм 1 кг бал ҡушырға. Көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр балғалаҡ  ҡабырға. 

     * Өс ҡалаҡ камфара майына, бер ҡалаҡ бал, бер ҡалаҡ гәрсис ҡушып бутарға. Ошо ҡатнашманы кәбеҫтә япрағына һалып, ауыртҡан урынға ябырға һәм 3 – 4 сәғәт тоторға.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас