

Был хаҡта Эске эштәр министрлығының киберенәйәттәр менән көрәш буйынса идаралығы начальнигы Рәмил Төхфәтуллин һөйләне.
«Йә банк, йә полиция. Уны ҡулланыуға ҡарағанда юҡ итеү яҡшыраҡ. Әгәр ҙә үҙеңә ҡалдырып, магазинда түләгәндә тотонһаң, “Уғрылыҡ” буйынса статьяға эләгеүең ихтимал. Был ҡаты енәйәт», — ти идаралыҡ начальнигы.
Сит кешенең банк картаһын файҙаланған өсөн шулай уҡ “түләү сараларының законһыҙ әйләнеше” статьяһы буйынса ла яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.