Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ноябрь 2025, 11:30

Легендар төҙөүсегә 82 йәш

 Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе  Павел Рабухин  меңдән ашыу күпер һәм юл төҙөгән. Был легендар шәхескә 82 йәш.  Был хаҡта үҙенең “Һоҡланғыс кешеләр тормошо” рубрикаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һөйләне. 

Легендар төҙөүсегә 82 йәшЛегендар төҙөүсегә 82 йәш
Легендар төҙөүсегә 82 йәш

 

  Павел Семенович үҙенең карьераһын 1967 йылда 30-сы Күпер отрядында мастер булып башлай.  Үҙенең компетенцияһы һәм лидерлыҡ сифаттары арҡаһында тиҙ арала  отряд начальнигы булып китә һәм 35 йылдан ашыу уның менән етәкселек итә.  Бөгөн  Павел Рабухин «Уралмостострой» компанияһының Директорҙар советы  рәйесе  вазифаһын биләй.   

«Етәксе өсөн кабинет  —  төп эш урыны түгел.  Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Павел Семенович төҙөлөш майҙансыҡтарында йыш була,   эштең сифатын тикшерә, коллегалары менән аралаша. Уның  өсөн иң мөһим проекттарҙың береһе 1956 йылда төҙөлгән Ағиҙел күпере була.  Уны беҙ әле Республика көнөнә реконструкциялауҙан һуң астыҡ”,  – тип һөйләй төбәк етәксеһе.

 РСФСР-ҙың, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған, Рәсәйҙең  почетлы төҙөүсеһе Павел Рабухиндың оло хеҙмәте юғары дәүләт наградалары менән билдәләнгән.  Улар араһында “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн”, Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев, Почет ордены һәм башҡалар.  

Радий Хәбиров  ҡыҙыҡлы фактты билдәләне:  Павел Рабухиндың балалары табип һөнәрен һайланы, ә бына ейәндәре ҡартатаһы  юлынан  китергә  һәм  үҙҙәренең тормошон  юл төҙөлөшө менән бәйләргә ниәтләй.   

Фото:БР Башлығының Матбуғат хеҙмәте. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас