

Юҡ кәрәкмәй серле йылмайыуың,
ҡулдарың да түгел шифалы.
Һин айҡаған,
Һин балҡыған йыһан сихри түгел,
Ҡараңғы тар бүлмә ни бары.
Унда янған шәм дә ҡояш түгел,
Ике кәсә тынған өҫтәлдә...
Мин дә тынам һәм онотам һине,
Бер йөк төшөр, шөкөр, өҫтөмдән.
Үпкә лә юҡ, хатта үкенес тә,
Яйлап ҡына һинән төңөләм.
Машинама ултырам да ҡасам,
Мин ирекле, азат бөгөндән.
Мин ҡуҙғалдым... Машинала ҡалған,
Онотолоп ҡалған ал яулығың.
Ҡулға алам. Бөркөй һинең еҫ.
Һинең йылың,
Һинең тының,
Һинең һының – унда.
Ҡалай танһыҡ, ҡалай... кинәнес.