Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ноябрь 2025, 12:00

Тамағығыҙ ауыртһа...

Тамағығыҙ ауырта башлау менән йышыраҡ сайҡатығыҙ, һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ. Бының өсөн аш сода менән генә сикләнергә кәрәкмәй. 

Тамағығыҙ ауыртһа...Тамағығыҙ ауыртһа...
Тамағығыҙ ауыртһа...

 

  • Диңгеҙ һәм аш тоҙо иретмәһе менән (бер стакан һыуға бер балғалаҡ);
  • сөгөлдөр һуты менән;
  • алма һеркәһе иретмәһе менән (бер стакан һыуға бер ҡалаҡ);
  • петрушка тамыры төнәтмәһе менән (петрушканы бер сәғәт һыуҙа бешерергә);
  • сөгөлдөрҙө ҡырғыстан үткәреп, бер стакан һутын һығып алырға һәм шуға бер ҡалаҡ алма һеркәһе ҡушып, 5 – 6 сәғәт  төнәтергә.  Һуңынан көнөнә 3 – 5 тапҡыр ошо төнәтмә менән тамаҡты сайҡатырға. Көнөнә өс тапҡыр икешәр ҡалаҡ эсергә мөмкин.
  • бер стакан йылы һыуға бер балғалаҡ аш содаһы, бер балғалаҡ тоҙ һәм бер нисә тамсы йод ҡушып, тамаҡты сайҡатырға;
  • һуған ҡабығы төнәтмәһе менән. Бер – ике ҡалаҡ кипкән һуған ҡабығына бер стакан ҡайнар һыу ҡойоп, 30 минут төнәтергә һәм һөҙөп алырға. Көнөнә 3 – 5 тапҡыр ошо төнәтмә менән тамаҡты сайҡатырға. Бер нисә тамсы эсергә лә ярай.
  • Ҡайын дегете менән. Бер стакан ҡайнар һыуға биш тамсы ҡайын дегете ҡушып, бер һыуытырға һәм һөҙөп алырға. Тамаҡты көнөнә биш тапҡыр ошо төнәтмә менән тамаҡты сайҡатырға. Ауыҙҙа 3 – 5 минут тотоп торғанда, файҙаһы тағы ла күберәк.
Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас