Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ноябрь 2025, 14:30

Онкология ауырыуҙарын иҫкәртеү

Яман шеш ауырыуынан һаҡланыу өсөн ҡайһы бер насар ғәҙәттәрҙән дә арыныу кәрәк. 

Онкология ауырыуҙарын иҫкәртеүОнкология ауырыуҙарын иҫкәртеү
Онкология ауырыуҙарын иҫкәртеү

     * Үҙеңде ғәйепле тойоу, тәкәбберлек,  күрә алмаусанлыҡ, үс алырға теләү кеүек кире хис-тойғоларҙан арынығыҙ.  Улар ысын мәғәнәһендә һеҙҙе эстән «ашай».

      * Туҡланыу. Дөрөҫ туҡланмау ғәҙәтен үҙгәртергә тырышығыҙ. Яман шеш күҙәнәктәрен туҡландырыусы аҙыҡтарҙы әҙерәк ашарға тырышығыҙ.  Ҡаптағы һуттарҙы, газлы эсемлектәрҙе эсмәгеҙ, ә күберәк ябай һыу эсергә тырышығыҙ.

     * Бактерия, бәшмәк, паразиттарға мөмкин тиклем күберәк профилактика үткәрегеҙ.

      * Туғандарығыҙ араһында яман шеш менән ауырыусылар булһа, сирҙе иҫкәртеү маҡсатында күберәк антиоксиданттар (цинк, селен, А һәм Е витаминдары) ҡулланығыҙ.

       * Үҙегеҙҙе йәрәхәтләнеүҙән, имгәнеүҙән һаҡлағыҙ.

       * Күберәк йәйәү йөрөргә тырышығыҙ, лифт ҡулланмағыҙ, йәйгеһен тәбиғи урындарҙа һыу инегеҙ. Көнөнә кәмендә бер сәғәт физик күнекмә эшләгеҙ.

       * Тәмәке тарыу, алкоголле эсемлектәр, наркотик ҡулланыу кеүек алама ғәҙәттәрҙән арынығыҙ.

       * Кеҫә телефоны, монитор, телевизорҙарҙың электрмагнитлы нурҙарынан һаҡланығыҙ. Йәйгеһен үҙегеҙҙе ҡояштан һаҡлағыҙ. Солярийҙарға йөрөмәгеҙ.

        * Даими рәүештә организмығыҙҙы таҙартып тороғоҙ. Аҙнаһына бер тапҡыр – бер көн һәм өс айға бер тапҡыр өс көн ашҡаҙанығыҙға ял биреп алығыҙ.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас