Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ноябрь 2025, 05:10

Башҡортостан шыршылары ил буйлап тарала

Октябрь айында ғына республиканан илебеҙҙең башҡа төбәктәренә 18,6 мең раштыуа шыршылары һатылған. "Россельхознадзор" белгестәре һәр ағасты ентекле тикшергән.

Башҡортостан шыршылары ил буйлап таралаБашҡортостан шыршылары ил буйлап тарала
Башҡортостан шыршылары ил буйлап тарала

Яңы йыл символдары - шыршылар, пихталар, ҡарағайҙар - беҙҙең Балаҡатай, Белорет, Дүртөйлө, Шаран райондары урмандарында үҫкән.

Уларҙы төрлө төбәккә ебәргәндәр - Курск, Воронеж, Омск, Ырымбур өлкәләренә, КУраснодар, Пермь крайҙарына, ЛНР-ға, Ҡырым һәм Төньяҡ Осетияға һ.б.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас