

Тайғаҡ ваҡытта үҙеңде нисек хәүефтән араларға?
Был һорауға БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты белгестәре яуап бирә:
Таймай торған аяҡ кейеме һайлағыҙ. Каблуктар, шыма табанлы аяҡ кейемен кейеү хәүефле.
Ололарға осона резина ҡуйылған таяҡ менән йөрөргә тәҡдим ителә.
Боҙланған баҫҡыстар һәм күтәрмәләр иң хәүефле урын булып һаналғанын хәтерегеҙҙә тотоғоҙ. Яндауырға тотоноғоҙ.
Аяҡ аҫтына ҡарап йөрөгөҙ, хәүефле урындарҙы урап үтергә тырышығыҙ.
Боҙло урындарҙа ваҡ ҡына аҙымдар менән, шыуған кеүек атлағыҙ (тубыҡтарҙы саҡ ҡына бөгөп, табанығыҙға тулыһынса баҫығыҙ).
Юлда үтә иғтибарлы булығыҙ - ашыҡмағыҙ, йүгермәгеҙ.
Юлдың яҡтыртылған участкаларын һайлағыҙ.
Ҡулдар мөмкин тиклем буш булырға тейеш, ауыр сумкалар алмаҫҡа һәм ҡулдарҙы кеҫәгеҙҙә тотмаҫҡа тырышығыҙ - был ҡолау ихтималлығын арттыра.
Әгәр тайып китһәгеҙ, ултыра төшөгөҙ - йығылыу бейеклеген кәметерһегеҙ. Йығылған мәлдә бер яҡҡа тәгәрәп, ергә бәрелеүҙе еңеләйтергә тырышығыҙ. Торорға ашыҡмағыҙ, үҙегеҙҙе тикшерегеҙ - имгәнмәгәнһегеҙме икән. Үтеп барған кешеләрҙән ярҙам һорағыҙ. Әгәр янығыҙҙа кешеләр булмаһа, тәүҙә тубыҡланығыҙ, шунан яйлап ҡына күтәрелегеҙ.
Йәрәхәт алған осраҡта, медицина ярҙамы һорап, мотлаҡ табипҡа мөрәжәғәт итегеҙ.
Хәүефле зоналар:
- Юл янындағы тротуарҙар;
- Баҫҡыстар һәм юл аша үтеү урындары;
- Йәмәғәт транспорты туҡталыштары.
Боҙло ерҙән йүгерергә, ҡулдарҙы кеҫәлә тоторға, яҡында килгән транспорт алдынан юл аша сығырға ЯРАМАЙ!
Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм иғтибарлы булығыҙ ⁇ һеҙҙең хәүефһеҙлегегеҙ һеҙҙең ҡулда!