Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Ноября 2025, 12:45

Креатив индустрияларҙы үҫтерәбеҙ

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күсмә “Креатив индустриялар сәғәте” үткәрҙе. Сара “Территория 3000” бизнес үҙәгендә булды.

Креатив индустрияларҙы үҫтерәбеҙКреатив индустрияларҙы үҫтерәбеҙ
Креатив индустрияларҙы үҫтерәбеҙ

Осрашыуҙа республика етәксеһенә Продюсерҙар клубының яңы проекттары тураһында һөйләнеләр.

Тәүҙә Радий Хәбиров “Кешеләр” коворкингы эшмәкәрлеге менән танышты. Ул офистан, мәҙәни үҙәктән, йәмәғәт биләмәһенән тора. Үҙәкте ойоштороусы Әҙел Юлдашев коворкингтың СМАРТ-мөхит булараҡ проектланыуын һәм төрлө сараға яраҡлаштырылып үҙгәртелеү мөмкинлеге булыуын һөйләне.

Әйткәндәй, коворкингта 13 офис, 100-ләгән эш урыны, дүрт һөйләшеү бүлмәһе, 90 урынға иҫәпләнгән конференц-зал, бәләкәй амфитеатр, ял һәм уйын биләмәһе, кофейня бар. БР Башлығы ундағы китапхана менән дә танышты һәм бер нисә китабын бүләк итәсәген әйтте. Ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген дә ҡараясаҡтар.

Кәңәшмәлә Продюсерҙар клубы эшмәкәрлегенә байҡау яһалды. Шулай уҡ яңы кластер булдырыу концепцияһы бәйән ителде.

– Осор ҡатмарлы, әммә был ҡулды ҡаушырып ултырырға тигән һүҙ түгел. Беҙҙең бурысыбыҙ – бизнестың сигналдарын ентекле күҙәтеү һәм кәрәккәндә ярҙам итеү. Креатив индустриялар өлкәһен үҫтереү буйынса планыбыҙ бар, уны үтәйәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

Фото: БР Башлығы сайтынан.

Креатив индустрияларҙы үҫтерәбеҙ
Креатив индустрияларҙы үҫтерәбеҙ
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас