

Уҙған йәкшәмбелә сирле сабыйҙы махсус борт менән Өфөнән Морозов балалар клиник дауаханаһына алып китәләр, тип хәбәр итте республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.
Малайға тыуғас та һирәк һәм ауыр ауырыу — Гален венаһының артериовеноз малформацияһы диагнозы ҡуйыла. Бындай патология 25 мең сабыйҙың береһендә була. Мәскәүҙән һәм Санкт-Петербургтан баш мейеһенә операция яһау тәжрибәһе булған иң яҡшы белгестәр ҡатнашлығында консультациялар үткәрелә. Табиптар сабыйға хирургик интервенцияны ғүмеренең тәүге көндәрендә үткәрергә кәрәклеген асыҡлай. Юғиһә балала – ауыр өҙлөгөү йөрәк етешмәүсәнлеге һәм үпкә гипертензияһы булыуы ихтимал. Уның хәлен алдан тотороҡландыралар, шунан һуң махсус медицина модуле менән йыһазландырылған махсус бортта дауаханаға ебәрәләр.