

...Талғын ғына музыка уйнай, класта ҡылыстай шайморатовсылар (Шайморатов кластары) сафҡа теҙелеп баҫҡан. Уртала әлегә япма менән ябылған парта. Герой партаһы ул! Уға күҙҙәр төбәлгән. Һағышланып та, ғорурланып та баҡҡан ҡараштар. Тағы бер мәл, тантаналы мәл һәм япма алынып, гимназияла мәңге хәтер булып ҡалҡасаҡ ул парта. Унда шулай уҡ мәңгелеккә хәтер булып Рауил Мәхмүт улының исеме уйылған, герой һүрәте балҡып тора, батыр хаҡында мәғлүмәт яҙылған. Күңелде бер юлы ике төрлө тойғо биләп алған: һағыш та, ғорурлыҡ та бергә уҡмашҡан. Эйе, ҡасандыр нәҡ ошо парта артына ултырып белем алған Рауил, ошо мәктәптә шәхес булып нығынған, әүҙем уҡыусы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған.
– Рауил – минең уҡыусым ине. Математиканы, тарихты, физкультураны яратты, һәр сарала, һәр ярышта әүҙем ҡатнашып килде, шулай ябай, йылмайыусан, асыҡ булып күңелдә ҡалды, – тип хәтер ебен һүтте партаны тантаналы асыу мәлендә гимназия директоры Айгөл Шаһисолтанова. – Уҡыусыбыҙ менән ғорурланабыҙ, уның исеме гимназия тарихында мәңге һаҡланасаҡ! – тип тә өҫтәне Айгөл Басир ҡыҙы.
Рәсәй кимәлендә башланғыс алған “Герой партаһы” проекты сиктәрендә үткән был сарала геройҙың яҡындары – атаһы Мәхмүт Абдулхәйер улы һәм бер туған апаһы Розалия Мәхмүт ҡыҙы ла ҡатнашты.
– Минең атайым – генерал Шайморатов дивизияһында хеҙмәт иткән кеше, Еңеү яулап ҡайтҡан яугир. Улым да шул юлдан, уның эҙҙәренән үтте, ләкин ҡайта ғына алманы. Әммә, рәхмәт, ошондай парталар бар икән, тимәк улым йәшәй... – тип әйтеп үтте атай кеше.
– Бер нисә көн рәттән Рауил төшкә инде... – тип дауам итте ул һүҙен. – Мине эҙлә, тап ти, үҙе ваҡыт аҙ тип сәғәтенә күрһәтә. Көн дә һөйләшеп тора инек, ә бер саҡ бәйләнеш юғалды, аңланым инде – һәләк булды, аҙаҡ был ҡурҡыныс хәбәрҙе яуҙаштары шылтратып әйтте. 14 июнь һәләк булған, тик август башында ғына таптыҡ. Сәғәтенән таныным мин уны... Рауилдың төркөмө миномет утынан яралана. Әммә әжәлде яҡташыбыҙға дошмандың химик матдәле дроны алып килә... Яуҙаштарын һәр саҡ атайҙарса ҡурсалап, хәстәрләп йөрөгән, бик күп атакала еңеп, тере сыҡҡан яҡташыбыҙ шулай заман ҡоралынан һәләк була. Нисек кенә булмаһын, сарала Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ләйсән Йосопова әйтмешләй, уның үлеме мәғәнәһеҙ түгел, ул Ватаны өсөн батырҙарса башын һалды.
Рәмил МАНСУРОВ.
"Ашҡаҙар" гәзите.