

Башҡорт һәм рус халҡының дуҫлығын аңлатҡан Монументҡа нигеҙ ташы 1957 йылда һалынып, 1965 йылда асылған. Шунан башлап ул - Дуҫлыҡ монументы - Өфөнөң дә алмаштырғыһыҙ бер символы. Байрамдарҙа уға сәскә гөлләмәһе һалына.
Бөгөн Радий Хәбиров менән бергә БР Хөкүмәте вәкилдәре, депутаттар, муниципалитеттар, министрлыҡтар етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары ағзалары килде.
- Барығыҙҙы ла дуҫлыҡ байрамы менән ҡотлайым. Беҙҙең республиканың көсө ошо еңел булмаған осорҙа ла ижад итеүебеҙҙә, төҙөүебеҙҙә, бирешмәүебеҙҙә, - тине БР Башлығы.
Фото: БР Башлығы сайтынан.