

Ринат ағай менән Зәкиә апай бер урамда үҫкән. Өйҙәре йорт аша ғына. Дәминдәр менән Рәйфә Сөләймәновтар ғаиләһендә лә, Тәнзилә менән Сәғиҙулла Сафиндарҙа ла балалар иртә йәштән ҡул араһына ингән. Эшсән, тыйнаҡ тәбиғәтле ата-әсәнең ул һәм ҡыҙҙары киләсәккә яҡты ниәттәр бағлап, берәүҙәре мәктәптән һуң юғары уҡыу йорттарына атлыҡҡан, икенселәре тиҙерәк һөнәр алырға ла, хеҙмәт юлын башларға ашыҡҡан. Бала сағынан мал ҡарарға яратҡан, аттарға иҫе киткән Ринат иһә әллә ҡайҙарға осонмай, бар тормошон тыуған ауылы менән генә бәйләргә йыйынған.
- Атһыҙ ғүмеремде күҙ алдына ла килтерә алмайым, - тип һөйләй Ринат Дәминдәр улы. – Атайымдан килә был һөйөү. Элек бит ат тоторға рөхсәт булманы. Атайым ат һатып алып торҙо, күп тә үтмәй, уны һатырға мәжбүр итеп торҙолар... 14 йәшемдән аттарҙы менгегә, еккегә өйрәтә башланым. Ат артын һикертеп, ергә атылып, бәреп-осороп тора, мин ҡабаттан өҫтөнә һикереп менәм. Аттарҙан бөтөнләй ҡурҡмайым. Ҡурҡыуыңды һиҙһә, ат һине еңә. Тибелгәнем булманы, шөкөр. Уның ҡасан тиберен алдан уҡ беләһең, ситкә һикереп өлгөрәһең. Сослоҡ, аттарҙың холҡон белеү, уларҙы тойоу кәрәк.
- Әле һәр балабыҙҙың, хатта ейәндәребеҙҙең дә уларға инселәнгән аттары бар, - тип һүҙгә ҡушыла Зәкиә апай. – Күптәр аттан ҡурҡа бит, шуға ла әлегәсә ярҙам һорап Ринатҡа мөрәжәғәт итеүселәр күп. Уның һөнәрҙәре хаҡында һүҙ сыҡҡас, Ринаттың моңло тауышлы йырсы булыуын да телгә алайым. Ҡалала һөнәри-техник училищела уҡыған сағында уны хатта Японияға йырлатырға алып барғандар. Әллә ҡайҙа юлланғансы, мин һабантуйға барам, тип байтаҡ ҡырталашҡан әле ул. Саҡ өгөтләп күндергәндәр. Учалыла филармония асылғас, уны эшкә саҡырып килделәр. Фатир бирәбеҙ, тиһәләр ҙә, барманы, баш тартты. Ауылдашыбыҙ, ул саҡтағы клуб мөдире Нәйрә апай Ғиләжева Ринаттың утыҙ йәшенә ҡалала концерт ойошторғайны, тауышына хайран ҡалған халыҡ уны аяғүрә баҫып алҡышланы...
Тыуған ауылына тәрән тамырҙар менән ереккән Ринат Дәминдәр улы армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң колхозға малсы булып эшкә инә. Күмәк хужалыҡ тарҡалғансы, тәүҙә 15 йыл - һарыҡ, аҙаҡ 10 йыл эре мөгөҙлө мал көтә. Бер ҡулында сыбыртҡы булһа, икенсеһендә – китап. Уның кеүек әҙәбиәткә һушы киткән кеше һирәктер ул. Зәкиә апай иренә китапхананан туҡтауһыҙ роман-повестар ташый. Төнгөлөккә малды кәртә эсенә индереп ҡуйғас, башҡа көтөүселәр кеүек ят та йоҡла бит инде. Ләкин Ринат ағай, бер-ике генә бит уҡыйым да, ятырмын, тип китапты асыуы була, таңғаса айырыла алмай ҙа ҡуя. Лампалы шәм яҡтыһында Ноғман Мусин, Яныбай Хамматов, Фәрит Иҫәнғолов һәм башҡа башҡорт, рус, сит ил авторҙарының әҫәрҙәрен, үтә сарсап, һис танһығы ҡанмаған юлсылай, һыу кеүек эсә генә. Көндәре көтөүлектә үткән малсы өсөн аттар ғына түгел, эттәр ҙә тоғро юлдаш. Ринат ағай кинолог булмаһа ла, эттәрҙең телен аңлаған, уларҙы һүҙһеҙ, һыҙғырып ҡына бойороҡтарҙы үтәргә өйрәткән оҫта. Быны күргән кешеләр, нисек өйрәтәһең ул, тип аптыраһа, мыйыҡ аҫтынан ғына йылмая: “Әллә, үҙҙәре шулай...”
Ауылда гөрләтеп, матур итеп донъя көткән Ринат ағай менән Зәкиә апайҙың өйләнешеүенә быйыл 31 йыл. Йәш, дыуамал саҡтарын иҫләгәндә йөҙҙәре яҡтырып китә. Егеттең танауына еҫ керә башлаған мәлдә унан бер нисә йәшкә кесе Зәкиәнең төшөнә малай-шалайҙар ике ятып бер инмәй. Ҡотой фырттарының береһе булған Ринат армиянан ҡайтҡансы зәңгәр күҙле, аҡ йөҙлө күрше ҡыҙ буй еткерә, тегенсегә уҡып сыға. Учалы тегеү фабрикаһында эшләгән ҡыҙ менән малсы егет бер компания йәштәр араһында йөрөһәләр ҙә, күпмелер ваҡыт бер-береһен күҙгә элмәй. Ләкин дискотекаларҙан, кино-концерттарҙан һуң өйҙәренә бер юлдан ҡайта торғас, йорт аша ғына йәшәгән күршеләрҙең һүҙҙәре берегә һәм Ринат Зәкиәне өйөнәсә оҙата башлай. Дүрт йыл дуҫлашып йөрөп, 1994 йылдың июнендә никах уҡыталар, 30 июлдә туй үткәрәләр. Йәш кәләштән һыу башлатып, ҡоҙа-ҡоҙасалар бергә эсәк йыуып, тәүҙә ҡыҙ яғында, аҙаҡ егет яғында уҙған күңелле, ҡыҙыҡ туй мәжлесе бер аҙнаға һуҙыла. Зәкиә декретҡа сыҡҡанға тиклем фабрикала эшләй, аҙаҡ уларға ҡайныһы төҙөп биргән өйгә йәшәргә ҡайта. Туғыҙ йыл рәттән, һәр улына өсәр йәш тулғансы, декрет ялдарында ултыра. Хәйер, “ултыра” тиеү бик үк дөрөҫлөккә тап килмәй. Сөнки ауылда ҡасан эштең бөткәне бар? Зәкиә апай кеүек эшһеҙ сыҙамаған, ҡул ҡаушарып ултырыуҙың ни икәнен белмәгән егәрлеләр өсөн ҡырылмаһа ҡырҡ эше ярылып ята. Өсөнсө улына өс йәш тулғас, теген фабрикаһынан эштән сығып, магазинға (киоскыға) һатыусы булып эшкә инә. Аҙаҡ колхоз ашханаһында ла, дауаханала ла эшләргә өлгөрә. Ҡыҙҙарына 1,2 йәш тигәндә почтаға эшкә урынлаша. 16 йыл Ураҙҙан барып алып, Ҡолош, Ҡотой ауылдарына сумка-сумка гәзит-журналдар тарата. Артабан да яратҡан эшендә эшләр ине, әммә почтальондарҙың хеҙмәте бөтөнләй түбән баһаланып, әҙәм көлкөһөндәй генә эш хаҡы түләүҙәренән ғарҡ булып, завод ашханаһына эшкә күсә. Зәкиә апай юҡҡа ғына ашхананы һайламай - аш-һыуға маһирлығы бала саҡтан. Балалары ялға ҡайтһа, кинәнеп бешеренеп-төшөрөнә, өҫтәлдә урын ҡалмай, бар ризығын ризалап, һәр саҡ мул табын ҡора. Күп бала әсәһенең ашап туйғыһыҙ тәмле йыуасалары туғандары араһында ғына түгел, ә бөтә таныш-белештәре араһында дан алған.
Ринат ағай ҙа, колхоз бөткәндән һуң пилорамала эшләп - ағас йығып, һуңынан 7,5 йыл ғүмерен Мансурҙағы “Учалы граниты”на бағышлай. Әлеге ваҡытта ул “Уралташ-гранит” йәмғиәтендә тырышып эшләп йөрөй. Әүәлдән ул һәр эшенә яуаплы ҡарап өйрәнгән, илке-һалҡы йөрөүҙең ни икәнен белмәй.
Ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә, икеһе лә өлгөлө хеҙмәткәр булып танылған, коллективта хөрмәт яулаған ата-әсә балалары менән ихлас күңелдән ғорурлана. Өлкән улдары Рифат – хәрби кеше, өлкән лейтенант. Магнитогорск дәүләт техник университеты студенты, иптәштәре армияға алына башлағас, академ ялды рәсмиләштерә лә, кроссовкаларын кирза итегенә алыштыра, спортротаға эләгә. Хәрбиҙәр тормошон оҡшатҡан егет, уҡыуҙы аҙаҡ тамамлап ҡуйырмын, тип Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Ете ай Сириялағы хәрби бәрелештәрҙә ҡатнаша. 2022 йылдың апрелендә уларҙың часын махсус хәрби операция зонаһына ебәрәләр. Уҡыған мәленән математиканы яратҡан артиллерист, батарея командиры Рифат өйләнгән. Уны өйҙә ата-әсәһе, ҡустылары, һеңлеһенән башҡа, ҡатыны Вилә, балалары Тимур менән Анита зарығып көтә. Тәпәй баҫҡан мәленән тиерлек водитель булырға хыялланған, машина йөрөтә башлағанда башы руль өҫтөнән саҡ ҡына күренеп торған Рәдим мәктәптә тик “дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә өлгәшеүенә ҡарамаҫтан, документтарын ауыл һөнәрселек-техник училищеһына тапшыра. Урта һөнәри белем биреү учреждениеһы уҡытыусылары, һин, башлы егет, нимә эшләп йөрөйһөң ул бында, тип гелән аптырай. Бала саҡ хыялына тоғро ҡалған Рәдим Азалия исемле һылыуҙы кәләш итеп алғас, баламдың үҫкәнен күрергә теләйем, тип Себер тарафтарынан ҡайта, әле Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй. Көндән-көн һөнәрҙәре артҡан улдары Радэлгә ете ай. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатын алтын миҙалға бөткән, республика халҡына “Ете егет” проекты аша таныш Зариф Өфө дәүләт нефть-техник университетын да уңышлы тамамлай. Әлеге ваҡытта баш ҡалала эшләй. Кинйә ҡыҙ Зарина ла Өфө дәүләт нефть-техник университетына уҡырға ингән. Ул һис тә бушамай, тип көлә ата-әсәһе: “Юғары уҡыу йортоноң тормошонда әүҙем ҡайнай”. Сөләймәновтарҙың дүртеһе лә бәләкәйҙән билдәле тренер Фәһим Шакиров етәкселегендә дзюдо, самбо, көрәш менән шөғөлләнә, әллә күпме уңыштарға өлгәшә. Бар илгә танылған “Олотау йыйыны” футбол турнирҙарынан да ситтә ҡалмайҙар. Өс ул да армияла хеҙмәт иткән.
Нисек шундай шәп балалар тәрбиәләргә, тигән һорауға Зәкиә апай менән Ринат еҙнә былай тип яуапланы:
- Баланы бәләкәй сағынан аңларға, уның менән һөйләшергә, һөйләшкәндә тәүҙә уны тыңлап бөтөргә кәрәк. Яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырһындар өсөн дөрөҫ итеп аңлатырға. Шул ваҡытта проблемалар ҙа булмай. Иң өлкән ағайҙары Рифат нимә ти – шуны бөтәһе лә тыңлай. Рәдимдең һүҙе - Зариф менән Заринаға, Зарифтыҡы – Заринаға закон. Йәғни, олоно оло итеп беләләр. Бөтә балалар ҙа атай менән инәйҙе, олатай менән өләсәйҙе, апай менән ағайҙы кесе йәштән хөрмәт итергә, һанлап йәшәргә тейеш.
Һәр балаһы өсөн йән атҡан, бигерәк тә ут эсендә йөрөгән улдары өсөн өҙөлгән ата-әсә ихласлыҡтары, аралашыуҙа ябайлыҡтары менән күңелде арбай. Имен-һау ғына әйләнеп ҡайтһын инде балаҡайҙары - донъялары һәр саҡ түңәрәк булһын!
Фото: автор; ғаилә архивынан.