Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ноябрь 2025, 04:00

Иртәнге аш диабеттан һаҡлай

Иртәнге ашты үҙең аша, төшкөһөн дуҫың менән бүлеш, киске ашты дошманыңа бир, тигән билдәле мәҡәл юҡҡа ғына барлыҡҡа килмәгән. 

Иртәнге аш диабеттан һаҡлайИртәнге аш диабеттан һаҡлай
Иртәнге аш диабеттан һаҡлай

 Ғалимдар үткәргән тәжрибә күрһәтеүенсә, иртәнге аш, нимә генә ашауға ҡарамаҫтан, һимереү, шәкәр диабеты, матдәләр алмашыныуы боҙолоуы кеүек ауырыуҙарҙың барлыҡҡа килеү хәүефен ике тапҡырға тиерлек кәметә. Сөнки тап иртәнге аш күп кенә гормон һәм ғүмер өсөн мөһим булған  биологик актив матдә  бүленеп сығыуына булышлыҡ итә. Бына нилектән табиптар иртәнге аштан баш тартмаҫҡа кәңәш итә.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас