Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ноябрь 2025, 06:30

Ҡар яуырмы, ямғырмы?

Синоптиктар фаразлауынса, бөгөн-иртәгә Башҡортостанда көн торошо үҙенсәлекле була.

Ҡар яуырмы, ямғырмы?Ҡар яуырмы, ямғырмы?
Ҡар яуырмы, ямғырмы?

Ҡар ҙа яуыуы ихтимал, ямғыр ҙа. Рашҡы (йәғни икеһе лә бер юлы) ла күҙаллана. Таулы яҡтарҙа һалҡыныраҡ (көндөҙ +2, +3 градус ҡына, төндә -6-ға тиклем) буласаҡ. Әле, мәҫәлән, Өфөлә тыныс ҡына тора, ә бәғзе райондарҙа ямғыр яуа. 

Төндә ҡар яуасаҡ, шуға ла юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы фаразлана. 4 ноябрҙә республика буйынса һалҡынайта, төндә нулдән байтаҡ түбән төшә, тиҙәр. 

МЧС-тан әйтеүҙәренсә, рашҡыла сымдарға һәм ағастарға ҡар һырый, бик һаҡ булырға кәңәш ителә. Етмәһә, көслө ел сыға.

Көндәр боҙола...

Фото: автор фотоһы.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас