Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Ноябрь 2025, 10:00

Ҡан тамырҙарына етен кеҫәле

 Аяҡ-ҡулдар ойоуы йыш ҡына ҡан тамырҙарына бәйле була.  Шунлыҡтан даими рәүештә ҡан тамырҙарын таҙаҙртып тороу мөһим. Был осраҡта етен орлоғо ярҙам итер.

Ҡан тамырҙарына етен кеҫәлеҠан тамырҙарына етен кеҫәле
Ҡан тамырҙарына етен кеҫәле

 Кистән 1/3 стакан етен орлоғона 1 л һыу ҡойоп, ҡайнатырға һәм 2 сәғәт һыу парында тоторға.  Төнгөлөккә төнәтергә ҡалдырып, иртәнсәк һөҙөп алырға. Яҡынса 850 мл самаһы кеҫәлгә оҡшаш шыйыҡлыҡ килеп сығырға тейеш. Уны биш көндә эсергә: иртәнсәк ас ҡарынға һәм кискеһен ашар алдынан 1/3 стакан.

Яҡшы һөҙөмтә булһын өсөн 15 көн ошондай кеҫәл эсергә кәрәк булыр. Өс айҙан һуң дауаланыу курсын ҡабатларға онотмағыҙ.

Күреүегеҙсә, һәр кем үҙенең ҡан тамырҙарына ярҙам итә ала, тик сабырлыҡ һәм теләк кенә кәрәк.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас