Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Ноябрь 2025, 15:13

Яугирҙарҙы отпускынан һуң МХО-ға оҙаттылар

Салауат  Юлаев исемендәге башҡорт батальоны яугирҙары  отпускынан һуң махсус хәрби операция зонаһына юлланды.

Яугирҙарҙы отпускынан һуң МХО-ға  оҙаттыларЯугирҙарҙы отпускынан һуң МХО-ға  оҙаттылар
Яугирҙарҙы отпускынан һуң МХО-ға оҙаттылар

  Хәрбиҙәрҙе БР Хөкүмәтенең вице премьер-министры Ирек Сәғитов, яҡындары һәм дуҫтары оҙатты.  

Вице-премьер  үҙенең сығышында  републиканан алғы һыҙыҡҡа даими рәүештә гуманитар ярҙам ебәрелеп тороуын, хәрбиҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтелеүен, социаль-көнкүреш мәсьәләләренең оператив хәл ителеүен билдәләне.  

«Легендар генерал Миңлеғәле Шайморатов әйтеүенсә: «Салауат тоҡомдары сигенә белмәй!». Бөгөн отпускынан һуң Салауат Юлаев исемендәге  батальон хәрбиҙәре хәрби бурыстарҙы үтәү өсөн үҙ сафына ҡайты.  Улар ысын ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек өлгөһө! Ышанам, Еңеү беҙҙә буласаҡ!» — тине Ирек Сәғитов.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас