

3 ноябрҙә Башҡортостанда юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ күҙәтелә. Бөгөн төндә һәм иртәгә иртәнсәк ҡуйы томан төшөүе көтөлә. Күреү мөмкинлеге 500-1000 метрға тиклем генә булыуы күҙаллана.
Төндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны-урыны менән епшек ҡар яуыуы күҙаллана. «Ночью облачная погода с прояснениями. Һауа температураһы 0, -5 градус була.
Иртәгә көндөҙ ҙә аяҙлы-болотло, яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Ел секундына 2 – 7 метр тиҙлектә иҫәсәк. Һауа температураһы +2, +3 градус булыуы күҙаллана.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.