

Финалға сығыусы 12 бала баш дирижер Дмитрий Крюков идаралығында Дәүләт академия симфония оркестры оҙатыуында уйнаны. Финал өсөн махсус рәүештә оркестровкалар һәм яңы әҫәрҙәр яҙылды. Быйыл йәш финалсылар Рафаил Ҡасимов, Нур Даутов, Илдар Хисаметдинов, Урал Иҙелбаев, Эдуард Христафоров, Артем Уразбаевтың көйҙәрен уйнаны. Ә Гала-концерттың икенсе өлөшөндә Хөсәйен Әхмәтов, Нариман Сабитов, Азамат Аҙнағоловтарҙың әҫәрҙәре алдағы йылдарҙағы лауреаттар һәм телеконкурстың жюри ағзалары башҡарыуында яңғыраны.
БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән финалға сығыусы балаларҙы еңеүҙәре менән тәбрикләне. Телеконкурсты “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр каналы БР Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә ойоштора.
– «ЕЛКӘН» – оҙайлы һәм төплө проект, – ти “Тамыр” каналының директоры Гөлназ Ҡолһарина. – Беҙҙең менән бергә был ҡатмарлы һәм күп ҡатлы проектты тормошҡа ашырыусыларға ҙур рәхмәт. Балаларға һәм ата-әсәләргә уларҙың тырыш хеҙмәте өсөн рәхмәтлебеҙ. Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡоваға был проекттың идеяһына ышанып, беҙгә ярҙам иткәне өсөн ҙур рәхмәт.
Телевизион конкурста ҡатнашыусылар башҡорт академия музыкаһына яңы һулыш өрә. Конкурс шарттары буйынса улар башҡорт композиторҙарының әҫәрҙәрен дүрт номинацияла башҡара: фортепиано, ҡыллы, тынлы һәм халыҡ музыка ҡоралдарында.