Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октября 2025, 06:30

Биш көн буйына йәрминкәләр үтә

Башҡортостанда бөгөндән алып 4 ноябргәсә ауыл хужалығы тауарҙары һатылған баҙарҙар эшләй. Йәрминкәләрҙең ойошторолоуы тураһында БР Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығынан хәбәр итәләр. 

Биш көн буйына йәрминкәләр үтәБиш көн буйына йәрминкәләр үтә
Биш көн буйына йәрминкәләр үтә

Йәрминкә-баҙарҙар 58 муниципалитетте уҙа, бөтәһе 85 майҙанда ойошторола. Адрестары менән ведомствоның сайтында таныша алаһығыҙ.

Баш ҡалабыҙ Өфөлә лә йәрминкәләр гөрләп торасаҡ.

Адрестары: 

Интернациональ һәм Машина төҙөүселәр урамдары киҫелешендә (1, 2, 3, 4 ноябрҙә)

Мушников урамы майҙанында (1, 2, 3, 4 ноябрҙә)

Эшсе хәбәрселәр урамындағы 3-сө, 5-се йорттар тапҡырында (1, 2, 3, 4 ноябрҙә)

Спорт һарайы алдында (1, 2 ноябрь)

Хәҡиҡәт урамы буйында (2 ноябрҙә)

Орджоникизде майҙанында (2, 3, 4 ноябрҙә)

"Тулҡын" паркында (2, 3 ноябрҙә)

 

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас