Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Октябрь 2025, 07:15

Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын һигеҙенсе тапҡыр игеҙ бала тапҡан

Республика клиник перинаталь үҙәгендә һирәк осраҡ теркәлгән - Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын һигеҙенсе тапҡыр ике игеҙәк тапҡан. Хәҙер ҡатындың туғыҙ балаһы бар.

Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын һигеҙенсе тапҡыр игеҙ бала тапҡанБашҡортостанда йәшәүсе ҡатын һигеҙенсе тапҡыр игеҙ бала тапҡан
Башҡортостанда йәшәүсе ҡатын һигеҙенсе тапҡыр игеҙ бала тапҡан

 

Медицина учреждениеһынан хәбәр итеүҙәренсә, бала табыу тәбиғи юл менән үткән, сабыйҙар етлеккән килеш донъяға килгән, яңы тыуған малайҙарҙың ауырлығы 3000 һәм 2900 грамм тәшкил иткән.
Табиптар билдәләүенсә, бала табыу өҙлөгөүҙәр менән оҙатыла: сабыйҙарҙың береһенең кендеге ике тапҡыр тығыҙ уралған була, шулай уҡ плацента ваҡытынан алда айырыла. Яңы тыуған сабыйҙарҙың береһенә ашығыс ярҙам кәрәк талап ител.

Ике бала ла табиптар күҙәтеүе аҫтында әсәй янында. Уларҙың ғүмеренә һәм һаулығына бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас