Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Октябрь 2025, 10:45

Торатау итәгендә "Дуҫлыҡ аллеяһы"на нигеҙ һалынды

Ишембай районында «Торатау» геопаркында Дуҫлыҡ аллеяһы барлыҡҡа   килде.   Экологик акция халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналды.

Торатау итәгендә "Дуҫлыҡ аллеяһы"на нигеҙ һалындыТоратау итәгендә "Дуҫлыҡ аллеяһы"на нигеҙ һалынды
Торатау итәгендә "Дуҫлыҡ аллеяһы"на нигеҙ һалынды

 Геопарк хеҙмәткәрҙәре «Йәшел Башҡортостан» ойошмаһы вәкилдәре менән берлектә Торатау итәгендә 100 ҡарағай һәм шыршы ағасы ултыртты. Шулай итеп, яңы йәшел зонаға нигеҙ һалынды, уға «Дуҫлыҡ аллеяһы» тигән исеме бирелде. 

— Геопарк — ул биләмәне индустрияһыҙ үҫтереү формаһы.  Беҙ әлеге көнгә килеп еткән мираҫты һаҡлап алып ҡына ҡалмайбыҙ, ә төрлө ысулдар менән – белем биреү программаларынан башлап ағас ултыртыуға тиклем – экологияға үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ.  —  ти «Торатау» геопаркының генераль директоры Заһир Хәмиҙуллин. 

Фото:Башинформ. 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас