Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Октябрь 2025, 15:30

Тибетсә имбирь төнәтмәһе

Был боронғо Тибет рецебы бик һөҙөмтәле.  Төнәтмәне организмды тонуста тотоу өсөн файҙаланалар, ангина менән һалҡын тейеп ауырығанда шифаһы ҙур. Күреү һәләтен яҡшырта, ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың сексуаль әүҙемлеген көсәйтә. Ҡан таҙара һәм организмдың  һаҡланыу үҙенсәлеге күтәрелә.

Тибетсә имбирь төнәтмәһеТибетсә имбирь төнәтмәһе
Тибетсә имбирь төнәтмәһе

Ул шулай әҙерләнә: 250 г имбирь тамырын йыуып  таҙартып, нәҙек кенә киҫәктәргә турап, бәләкәй генә банкаға тултырырға, өҫтөнә сыҡҡансы араҡы ҡойорға. Ҡапҡасын ябып, 2 аҙнаға ҡараңғы ҡоро урынға ҡуйып төнәтергә. Ваҡыты-ваҡыты менән һелкетеп торорға онотмағыҙ. Әҙер булғас һөҙөп алып, 2 ҡалаҡ бал өҫтәргә.  Көнөнә ике тапҡыр  ашарҙан алда берәр балғалаҡ эсергә.

Фото:асыҡ сығынаҡтарҙан. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас