

Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары сөсө икмәк, бауырһаҡ, сәк-сәк бешерҙе, ҡайнатмаларын, салаттарын, бал алып килделәр. Фәһим Уйылданов тимер мейес эшләне. Шулай уҡ ауыл халҡы йыйған аҡсаға башҡа аҙыҡ-түлек, медикаменттар, йылы ойоҡбаштар, ике рулон йылытҡыс – изолон, матрас, дүрт баннер, газ балондары, сөй кеүек кәрәк-яраҡтар һатып алынды. Фәһим Уйылданов менән Зәбир Ғәлин егеттәргә тигән гуманитар ярҙамды Баймаҡҡа алып барып тапшырҙы. Тиҙ арала ул яу яланындағы егеттәргә тыуған яҡ сәләме булып барып етер.
Тағы ла ауыл халҡы һаҡланыу селтәрҙәре үреү өсөн кәрәкле әйберҙәр, туҡымалар һатып алырға аҡса йыйған һәм алты һаҡланыу селтәренә заказ биргән.
Әйткәндәй, күптән түгел мәҙәниәт йортонда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ауыл егеттәренә арналған “Беҙҙең заман геройҙары” тигән стенд барлыҡҡа килде. Унда 12 яугирҙың фотоһүрәте урын алған. “Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ауылдаштарыбыҙға стенд эшләгәйнек. Ошондай уҡ стендты махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ла эшләргә булдыҡ. Ауыл халҡы аҡса йыйҙы”, – тип һөйләй клуб мөдире Лена Алсынбаева.