

Ҡот осҡос енәйәт Свердловск өлкәһендә була. Новоберезовский биҫтәһендә йәшәгән Ольга Б-ны ире Рәфис Х. үлтерә.
Ғаилә йыш ҡына эскән. Ҡатын-ҡыҙ һәр ваҡыт иҫрек йөрөгән. Уны күп осраҡта күршеләре урам буйында тап итеп йортона оҙатыр булған.
«Эсһәләр тауышланып алалар ине, һуңғы арала тауыштары ла сыҡманы», – ти күршеләре.
Ҡатындың юғалыуын әхирәте һиҙеп ҡалған, сөнки улар бергә эш буйынса икенсе ҡалаға барырға йыйынған була. Шунан һуң ғына Рәфис ҡатыны юғалыуы хаҡында полицияға хәбәр итә.
– Үлтергән дә һарайға индереп ташлаған. Мәйет 4 көн ятҡас, уның тиреһен аҡтарып ташлаған. Һуңынан киҫәктәргә турап баҡсаһына күмеп ҡуйған, – тип илап һөйләгән бер урамда ғүмер буйы күрше булып йәшәгән оло йәштәге Вера исемле ҡатын.