Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Октябрь 2025, 10:40

Хәйерсенән – «йондоҙ»ға

Бәләкәс асарбаҡ кешеләрҙән хәйер һорап йөрөгән Мәрхәбә осраҡлы ғына рәүештә модель булып китә һәм Рәсәйҙә уртаса эш хаҡынан юғарыраҡ аҡса эшләй.

Хәйерсенән – «йондоҙ»ғаХәйерсенән – «йондоҙ»ға
Хәйерсенән – «йондоҙ»ға

Дағстан  урамдары буйлап хәйер һорап йөрөгән ҡыҙҙы турист фотоға төшөрөп ала һәм социаль селтәренә һала. Фото тиҙ арала интернет буйлап тарала. Хәҙер Мәрхәбә балалар кейеме рекламаһында төшә. Уны төрлө ергә саҡыралар, ә гонорары айына 2 мең долларға етә.

Билдәле булыуынса, Мәрхәбә өс йәшендә ата-әсәһе менән Үзбәкстандан Рәсәйгә күсеп килә. Атаһын депортациялайҙар, ә ҡыҙ әсәһе менән урам буйында тороп ҡала.  Шулай улар биш йыл буйы өйһөҙ, хәйер йыйып көн күрә.

Ҡыҙ әсәһенә ярҙам итә. Ул балаһының уңыштары менән ғорурлана.

Мәрхәбә үҙе урындағы Джанет исемле ҡатын менән йәшәй. Ул ҡасандыр уға аҡса ғына биргән, ә һуңынан үҙенә ҡыҙлыҡҡа алған.  Ҡыҙҙың әсәһе лә быға ҡаршы түгел, ул тәрбиәгә алынған ғаиләлә ҡыҙға  яҡшыраҡ, ти.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас